Эстәлеккә күсергә

Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 64 316 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Яңы портал: Башҡорт әҙәбиәте

Әүҙем порталдар: Башҡорт әҙәбиәте, Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары

Көн рәсеме

Иммануи́л Кант 22 апрель 1724 — 12 февраль 1804 — философ, немец классик (Мәғрифәтлек дәүере һәм Романтизм осоро) философияһына нигеҙ һалыусы.

1724 йылда Кёнигсбергта (Пруссия) эйәр эшләүсе ғаиләһендә тыуған. Исеме изге Иммануил хөрмәтенә бирелгән. Теология докторы Франц Альберт Шульц ҡурсылығында һәләтле баланы «Фридрихс-Коллегиум» тигән абруйлы гимназияға урынлаштыралар, 1740 йылда Кёнигсберг университетына уҡырға инә. Атаһы үлеү сәбәпле уҡыуын тамамлай алмай, 10 йыл өйҙәргә йөрөп балалар уҡыта. Тап шул осорҙа 1747—1755 йылдар үҙенең космогоник гипотезаһын баҫтырып сығара, ул Ҡояш системаһы башланғыс томанлыҡтан барлыҡҡа килгән тип иҫәпләй. Был фекер әлегәсә йәшәп килә.

Дәрестәр биреү менән шөғөлләнә, һуңыраҡ Кенигсберг университетында приват-доцент, 1770 йылдан профессор була. И. Канттың фәлсәфи эшсәнлеген ике дәүергә бүлеп ҡарайҙар. Беренсеһе — тәнҡитсел дәүергә тиклем (70-се йылдар башына тиклем), икенсеһе — тәнҡитсел дәүер йылдары. Кант үҙ ижадының беренсе дәүерен тәбиғәт фәндәрен һәм тәбиғәт фәлсәфәһен ижад итеүгә бағышлай. Уның был өлкәләге хеҙмәттәрендә тәбиғәттәге үҙгәреш процесстары мәсьәләһе ҡуйыла.

1755 йылда Кант диссертация яҡлап, докторлыҡ дәрәжәһенә эйә була, ниһайәт, университетта уҡытырға мөмкинлек ала. 40 йыл буйы үҙен ошо эшкә бағышлай.

Ете йыллыҡ һуғыш ваҡытында 1758—1762 год Кёнигсберг Рәсәй хөкүмәте юрисдикцияһында була, был философтың хаттарында ла сағылыш таба. 1758 йылда императрица Елизавета Петровнаға ординар профессор вазифаһын һорап хат яҙа.

↪ дауамы…

Шуларҙы беләһегеҙме?

  • Тере сағында тик тора, ҡырҡһалар — йөрөй башлай, нимә ул? Беләһегеҙ киләме? Сәба батшабикәһе йомаҡтарын уҡығыҙ.
  • 1917 йылдың июнендә Ырымбур ҡалаһында "Башҡорт" гәзите сыға башлай.
  • Нефтекама ҡалаһының Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында 2014 йылдың авгусынан Наталья Водянованың «Асыҡ йөрәктәр» фонды төҙөгән балалар уйын майҙансығы эшләй.
  • Донъяла иң ҙур ярымутрау — Ғәрәп ярымутрауы. Уның майҙаны 3 250 мең км².
  • 1995 йылдың 1июнендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы асыла.
  • Күренекле немец һәм урыҫ энциклопедиясы ғалимы Паллас «Мордва, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ, ҡырғаҙ, башҡорт халыҡтарының иҫтәлекле урындары» («Merkwürdigkeiten des Morduanen, Kasaken, Kalmücken, Kirgisen, Baschkiren etc.» Франкфурт и Лейпциг, 1773—1777, нем.) тигән китабында «Башҡорт далаһына ҡымыҙ эсергә Московиянан һәм Дондан төрлө халыҡ йыйыла, сөнки уның һаулыҡ өсөн файҙаһы бик ҙур», — тип яҙған.

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Ринат Хәйри.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Бөгөн: 31 октябрь ♦ Кисәге: 30 октябрь ♦ Иртәгә: 1 ноябрь ♦ Барлыҡ көндәр ♦

Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Халыҡ-ара
  • Ер Ер: Һаҡсыллыҡ көнө.
Милли
Һөнәри
  • Ер Ер: Телмәрҙе һаңғырауҙарға аңлатыусы сурдотәржемәселәр көнө.
    • Хоккей ҡапҡасыһы көнө.
  • Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Тикшереү изоляторы һәм төрмә хеҙмәткәрҙәре көнө.

31 октябрь юбилярҙары

Сыр — сыр эшләргә яраҡлы һөттән эшләнә. Һөттө ферменттар йәки һөт ойотҡос бактериялар ярҙамында эретеп, шулай уҡ төрлө һөт ризыҡтарын махсус тоҙҙар ярҙамында эркетләндереү юлы менән дә сыр эшләйҙәр.

Урыҫ телендәге «сыр» һүҙе бор.-урыҫ. сыръ, йәғни рус. сырой йә башҡ. сей һүҙенә барып тоташа.

Сырҙа аҡһым (25 % етә), май (60 % етә) һәм аш тоҙон иҫәпләмәгәндә , минераль матдәләр 3,5 % етә. Сыр аҡһымдар һөттөкөнә ҡарағанда еңелерәк үҙләштерелә. Экстрактив матдәләре аҙыҡ эшкәртеүсе биҙҙәргә ыңғай йоғонто яһай, аппетитты аса. Сырҙағы туҡлыҡлы матдәләрҙе организм тулыһынса тиерлек эшкәртә (98—99 %). Был ризыҡта A, D, E, B1, B2, B12, PP, C витаминдар, пантотен кислота һәм башҡалар бар. Майлылығы һәм аҡһим миҡдары буйынса сырҙың энергия биреү ҡеүәте төрлөсә. Сыр һөт концентраты кеүек: аҡһымдар, май, минераль матдәләр шул уҡ нисбәттә, кальций менән фосфор ҙа тейешле кимәлдә.

Эшләнешенә ҡарап ҡаты, йомшаҡ, тоҙлоҡло һәм эшкәртелгән (ҡайнатылған) сырҙарға бүлеп йөрөтәләр. ↪ д а у а м ы…